АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 13:37

Өсөнсө балаға түләү йәшәү минимумы менән бәйле булырға тейеш түгел

Был түләүгә кемдәр дәғүә итә алыр? Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ #ввпутин #президентрф

Өсөнсө бала тыуғандан һуң ипотеканы түләү өсөн тәғәйенләнгән аҡса бөтәһенә лә бирелергә тейеш. Ошо хаҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы депутаты Римма Үтәшева хәбәр итә.
“Был турала ныҡлап уйлау мөһим. Күп ғаиәләләр, алған килемдәре бер нисә йөҙ һумға ғына күберәк булған өсөн, аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбенә инмәй ҡала. Тимәк, социаль түләүҙәргә дәғүә итә алмайҙар,”—тип иҫәпләй ул.
Римма Үтәшева билдәләп үтеүенсә, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамә ваҡытында демография мәсьәләһенә 45 минут ваҡыт бүлгән.
“Түләүҙәрҙе беренсе баланан башлау—бик яҡшы тәҡдим. Был—студент ғаиләләре өсөн мөһим ярҙам. Күп парҙар финанс мәсьәләһе арҡаһында бала табыуҙы кисектереп тора бит,”—тип әйтеп үткән депутат.
#ввпутин #президентрф