“Берҙәм Рәсәй” партияһы ил башлығы Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса төп йүнәлештәрҙе билдәләне.
Партия ағзалары иң тәү сиратта ата-әсәләр менән берлектә башланғыс класс уҡыусыларының туҡланыуы буйынса кәңәшмәләр үткәрергә йыйына.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчак: “Мәктәп ашханаларында аҙыҡтың сифатлы булыуына төп иғтибарҙы бүлеү мөһим,”—тип билдәләп үткән.