АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 10:30

ИТЕ СИФАТЛЫ, ҠЫМЫҘЫ ШӘП ТӘ УЛ…

Халыҡтың сабынлығын тапайҙар... Ни эшләргә?Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Беҙҙең төбәктә эшҡыуарҙарҙың бер төркөмө йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Уның ыңғай яҡтары булған кеүек, кире яҡтары ла бар. Ошоларҙы иҫәпкә алып, фермерҙар “түңәрәк өҫтәл” артында фекер алышты.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлылығы, юғары сифатлы ите һәм ҡымыҙы менән айырылып тора. Әммә аттар һаны ишәйгән һайын проблемалар ҙа арта бара. Күп хужалыҡтарҙа йылҡыны теркәмәү, ситтән сифаты булмаған мал һатып алыу ҙур борсоу тыуҙыра. Кәңәшмәлә йылҡы малын тамғалау, көтөүлектәр, яҙ-йәй айҙарында халыҡтың бесәнлектәренә малды индермәү, улар менән бәйле юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау проблемалары ла күтәрелде. Ошо арала төбәктә республика ауыл хужалығы министрлығы ҡатнашлығында йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең конференцияһын ойоштороу күҙаллана.
#нацпроекты #миллипроекттар
Читайте нас: