Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 00:50

Башлыҡ төбәк менән таныша

Дүрт ауылда ла халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа дәррәү генә йыйылды, йыйылыштар ҙур әүҙемлек менән үтте.Тәүҙә Аҡъюл ауыл хакимиәтенең 2019 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында биләмә башлығы Буранбай Илбәков сығыш яһаны.

Ауыл биләмәләрендә район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ойошма, учреждение етәкселәре ҡатнашлығында отчет йыйылыштары бара.
Бындай осрашыуҙар дүрт ауыл биләмәһендә үтте лә инде. Сираттағы осрашыу Аҡъюл ауыл биләмәһендә булды. Дүрт ауылда ла халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа дәррәү генә йыйылды, йыйылыштар ҙур әүҙемлек менән үтте.
Тәүҙә Аҡъюл ауыл хакимиәтенең 2019 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында биләмә башлығы Буранбай Илбәков сығыш яһаны.
Ауыл хакимиәтенең бюджеты отчет йылында 103 %-ҡа үтәлгән. Был ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереү буйынса, ғөмүмән, һәр йүнәлештә лә эштәр һиҙелерлек әүҙемләште. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын уңышлы файҙаланалар. Буш торған биналарҙы ремонтлау булһынмы, һәр ауылда ла зыяраттарҙы кәртәләү булһынмы, янғын машинаһы өсөн йылы гараж, уйын майҙансыҡтары төҙөү булһынмы һәм башҡалар.
Район хакимиәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, алып барылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар, 2020 йылдағы мөһим ваҡиғалар тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһаны. Рөстәм Динислам улы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарын да ауыл халҡына еткерҙе.
Йыйылыштарҙың аҙағы йәнле фекер алышыуҙарға ҡоролдо, халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе, проблемаларҙы еткерҙе. Аҡнаҙарҙар телефон бәйләнешендәге өҙөклөктәр, малсылыҡ буйынса субсидиялар, ит продукцияларын һатыуҙағы проблемалы мәсьәләләр тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, аҡъюлдар йыйылышта рейс автобусы, стационар телефон, интернет, клуб юҡлығы, табиптарға яҙылыуҙағы проблемаларҙы күтәреп сыҡты.
Урыҫбайҙар тиҫтә йылдар буйы хәл ителмәй килгән текә тауҙы һөҙәкләтеү кәрәклеген берҙәм күтәрҙе. Шулай уҡ ошо төбәктә машиналар заправкалау станцияһы асыу кәрәклеген еткерҙе.
Ғәлиәхмәттәр ташландыҡ өйҙәр күп булыуы ауылды йәмһеҙләп ултырыуы, йорт хужаларына мөрәжәғәт менән сығыу кәрәклеген әйттеләр. Эскелеккә ҡаршы көрәш, мәктәпкә спорт инвентаре, клубҡа музыка ҡоралдары кәрәкләген еткерҙеләр.
Һорауҙарҙың күбеһенә Рөстәм Динислам улы урында яуап бирҙе, ҡайһы берҙәре контролгә алынды. Ойошмалар, предприятиелар эшмәкәрлегенә ҡағылышлыларына тейешле ойошма, предприятие етәкселәре аңлатма бирҙе.
Читайте нас: