Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 22:40

Урындары уңайһыҙ

Тағы бер яҡшы яңылыҡ: үткән аҙнала ҡасабаның Аҡташ урамына 4 сүп-сар түгеү контейнеры урынлаштырылды. Бынан тыш Сибаев урамы тамамланып оло юлдан төшкән ерҙә лә 6 контейнер ҡуйылды. Ҡый түгеү урыны ҡасабан ситтә булыуы бик яҡшы, әбиттә. Әммә ҡыш көндәре унда барып етергә юл булырмы икән? Тағы унан сүп-сарҙы тейәп алыр өсөн техника үтә алмауы ла ихтимал. Был тәңгәлдә уйлашырға урын бар.

Сүп-сар сығарыу менән булышҡан «Эко-сити» төбәк операторы Сибай ҡалаһы ҡасабаларынан ҡый-һай сығарыу ваҡыты графигын раҫланы. Арҡайым ҡасабаһы халҡы яңы йылға ҡәҙәр һәм унан һуң да шишәмбе кис сүп-сар сығарып түкһә, быйыл 18 ғинуарҙан график үҙгәрҙе. Хәҙер ҡый ташыусы машина ҡасабала һәр шәмбе эшләп, 15.00-17.24 сәғәттәрҙә бөтә урамдарҙы ла урап сыға.