Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 22:40

Оло ижадҡа юлы Сибайҙан башланған

--Сибайҙа минең атай-әсәйем, һеңлем йәшәй. Улар янына килгәндә һәләтле балалар менән осрашыу—минең өсөн оло ҡыуаныс. Был юлы ла шул тиклем матур осрашыу килеп сыҡты,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Валериус.

Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) йәнә тыуған ҡалаһына ҡайтып, үҙенә буяуҙар донъяһына юл асҡан Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Питер рәссамы был юлы балаларға “Царапки” техникаһы менән эшләү серен өйрәтте. Уҡыусылар уның һәр һүҙен тыңлап, нисек эшләгәнен ҡарап, яңы ысулды тиҙ үҙләштерҙе.
Был көндә Сибай һынлы сәнғәт мәктәбенең күргәҙмәләр залында 2019/2020 уҡыу йылының тәүге ярты йыллығында һайлап алынған иң яҡшы 100 эштән торған күргәҙмә асылды. Ул февраль аҙағына тиклем күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ Валериус ижад йортонда төҫлө буяуҙар менән эш иткән һәм төрлө конкурстарҙа призлы урын яулаған ҡыҙ-малайҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Танылған рәссамдан йылы һүҙҙәр ишетеү йәш һәләтлеләр өсөн үҙе үк ҙур бүләк булды.

Читайте нас: