Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 22:50

Ауылымдың айлы кистәре

--Күршеләрҙең концерт менән килеүен һәр ваҡыт көтөп алабыҙ. Ауылыбыҙҙың айлы кистәре сатнап торған һалҡында ла матур булыуын ғәлиәхмәттәр тағы ла берҙе раҫланы. Ҙур рәхмәт уларға!--ти ауыл китапханаһы мөдире Рәсих Әхмәтов.—Концерттан һуң рәхәтләнеп күңел астыҡ, гармунда һыҙҙырып, йәшен дә, өлкәнен дә бейеттек, йырлаттыҡ.

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы клубы һәүәҫкәрҙәре мәҙәни ял программаһы сиктәрендә “Ауылымдың айлы кистәре “ тип исемләнгән концерт менән Йәнтеш ауылында сығыш яһаны. Күрше ауыл йырсы-бейеүселәренең сығыштарын йәнтештәр алҡыштарға күмде. Сара һуңында ике ауылдың да мәҙәниәткә битараф булмаған кешеләре төрлө уйындар уйнап күңел асҡан.