Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 21:53

Сибай йырсыларҙы саҡыра

Сибай ҡалаһында быйыл да “Урал аръяғы тауышы” вокалистарҙың шоу-проекты үтә! Икенсе тапҡыр ойошторолған мәҙәни сара ғинуар айында башланып мартҡа ҡәҙәр дауам итә. Ойоштороу комитетына заявкаларҙы 20 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем ебәрергә мөмкин.

Шоу-проекттың I туры 11 февралдә ҡаланың “Мир” йәштәр йортонда үтә. Йыр-моңға һәләте булған 18--45 йәшлек һәр кем унда ҡатнашып мөмкинлектәрен һынап ҡарай ала. Сара барышында бәйгеселәр өсөн уҙғарылған әңгәмәләр, вокал буйынса оҫталыҡ кластары онлайн-режимында трансляцияланасаҡ.
“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектында еңеүсене төп приз—50 мең һум аҡса көтә!
Ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ!!!