Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Михаил Мишустин илдең Премьер-министры итеп билдәләнде. Быға тиклем “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй” партиялары уның кандидатураһын раҫлағайны. Йәмғеһе 383 депутат Мишустин өсөн тауыш бирҙе, 41 депутат тауыш бирмәй ҡалды.