Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 10:20

Һөнәрленең ҡулы алтын

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы 2019 йылда кадрҙар әҙерләү сифаты мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы ТОП-500 рейтингына ингән. Шулай уҡ уҡыу йорто урта звено специалистары әҙерләү сифаты буйынса Рәсәй субъекттарының иң яҡшы ТОП-10 колледждарының береһе булып танылған.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы 2019 йылда кадрҙар әҙерләү сифаты мониторингы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы ТОП-500 рейтингына ингән. Шулай уҡ уҡыу йорто урта звено специалистары әҙерләү сифаты буйынса Рәсәй субъекттарының иң яҡшы ТОП-10 колледждарының береһе булып танылған. Махсус урта белемле белгестәр әҙерләүсе колледж барлыҡ уңыштарға “Мәғариф” милли проектының “Йәш белгестәр” (һөнәри белем биреүҙең конкурентлыҡ һәләтен арттырыу) программаһы сиктәрендә өлгәшкән.
Кадрҙар әҙерләү мониторингының кретирийҙар системаһы һәм күрһәткестәре үҙ эсенә белем биреү сифатын һәм халыҡ-ара эшмәкәрлекте, урта һөнәри белем биреү программаларын үҙләштереүҙе, инфраструктура, финанс-иҡтисади эшмәкәрлекте, кадрҙар составын, сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуы, социаль яуаплылылҡты алған.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: