Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 00:35

Башланғыстар дауам итһен

Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ялы үҙәгендә Театр йылы тантаналы рәүештә ябылды. Сарала нарыҡланған йылда иң яҡшы тип табылған коллективтар сығыш яһаны.Сарала шулай уҡ 2020 йыл-- Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иҫтәлекле осорға старт бирелде. Шулай итеп 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы, республикабыҙҙа Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде.

2019 йыл – Театр йылы - төрлө мәҙәни сараларға бай булды. Йыл дауамында Баймаҡ районының ауылдары клубтарында, белем биреү учреждениеларында Театр йылына бағышланған бик күп саралар үтте.
15 ғинуар Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ялы үҙәгендә Театр йылы тантаналы рәүештә ябылды. Сарала нарыҡланған йылда иң яҡшы тип табылған коллективтар сығыш яһаны.
Сарала шулай уҡ 2020 йыл-- Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иҫтәлекле осорға старт бирелде. Шулай итеп 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы, республикабыҙҙа Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде.
--Театр йылындағы башланғыстар быйыл да дауам итһен!—тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, тантанала сығыш яһап.