Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 10:10

Уңайлы ҡала мөхите булдырыла

Сибай ҡалаһының Төнъяҡ ҡасабаһын төҙөкләндереүгә һуңғы йылдарҙа ныҡлы иғтибар бүленә. Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкаһы менән тәьмин итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән яңы биҫтәлә башлыса ишле ғаиләләр көн күрә.

Сибай ҡалаһының Төнъяҡ ҡасабаһын төҙөкләндереүгә һуңғы йылдарҙа ныҡлы иғтибар бүленә. Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкаһы менән тәьмин итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән яңы биҫтәлә башлыса ишле ғаиләләр көн күрә. Былтыр ҡасабаға һыу торбалары һуҙылып, урында йәшәүселәр эсәр һыу проблемаһын хәл итте. Быйыл иһә юлдарға ҡырсын түшәү—көнүҙәк мәсьәлә. Йыл башынан уҡ бында “Уңайлы ҡала мөхитебулдырыу” милли проекты сиктәрендә урам араларындағы юлдар төҙөкләндерелә башланы. Тағы шуныһы мөһим: уҡыусыларҙы мәктәпкә, халыҡты эшкә йөрөтөү өсөн 13 ғинуарҙан ҡасабаға автовокзалдан яңы автобус маршруты асылды.
#нацпроекты#миллипроекттар