Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү “Демография” милли проекттарының бер йүнәлеше булып тора. Башҡортостанда булдырылған берҙәм һөт кухняһы селтәрҙәре лә льготалы категорияға ҡарағандарҙы бушлай продукция менән тәьмин итә.
Республикала 3 йәшкә тиклемге бала һаны яҡынса 150 меңде тәшкил итә, уларҙың 26 меңе—аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләнән.
Балаларға һөт етештереү менән Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьск, Нефтекамск һәм Белорет ҡалаларындағы цехтар шөғөлләнә. Уларҙың һәр береһе тәүлегенә 5 тонна һөт эшкәртә. 2019 йылдың икенсе яртыһында кескәйҙәр өсөн 1,2 миллион порция сифатлы продукция етештерелгән. Улар 6400-ҙән ашыу балаға бирелгән. Ассортиментта –аҡ эремсек, кефир, йогурт.
Быйыл да льготалы категорияға ҡарағандарға продукция бушлай биреләсәк. Башҡортостанда 63 таратыу пункты иҫәпләнә. Тиҙҙән Сибай, Нефтекамск, Баймаҡ һәм Белорет ҡалаларында тәьминәт нөктәләре асыла, ә Сибайҙа (Маяковский урамы, 26) һөт кухняһын эшләтеү ҡарала.