Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 17:00

ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ: АВТОКЛУБ КИЛӘ!

Үҙе транспорт, үҙе клуб...Республиканың биш районы быйыл автоклуб менән тәьмин ителә... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быйыл Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондары “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн махсус автотранспорт (автоклуб) ала. Биш мобиль мәҙәни комплекстың дөйөм хаҡы 23 миллион һумдан ашыу.
Автоклуб—ул тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, экран һәм күсмәле сәхнә менән йыһазландырылған күп функциялы мобиль мәҙәни комплекс . Уның ярҙамы менән төрлө мәҙәни саралар уҙғарырға, осрашыуҙар ойошторорға, концерт программалары тәҡдим итергә мөмкин.
#нацпроекты#миллипроект