Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 09:40

Яңы техника шәп елдерә

Урал аръяғының көньяҡ-көнсығыш “Ғаилә” хеҙмәтенең техника паркы яңырҙы. Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан бүленгән 2575000 һум аҡсаға үҙәк етәкселеге аукционда еңгән Сильвер-Авто төркөмөнән (Магнитогорск ҡалаһы) 4 «Lada Granta» һәм бер «Lada Largus» автомобилдәре һатып алған. Яңы транспорт үҙәк ҡарамағындағы Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаларының ишле ғаиләләрен хеҙмәтләндерәсәк.

--Автомобилдәр замана техникалары менән йыһазландырылған. Элекке машиналар иҫкереп киткәйне. Яңы йылға елле бүләк булды,--тип ҡыуана үҙәктең водителе Айнур Әхмәтов.
Хәйбулла районының мобиль бригадаһы составындағы “Ғаилә” үҙәге белгестәре яңы машинала район дауаханаһы табиптары менән берлектә ауыр хәлгә тарыусы ғаиләләргә йөрөп тә сыҡҡан.
--“Минең ғаиләм” милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған яңы техникала елдереп йөрөп килдек, һауа шарттары, ҡар-буран да ҡурҡыныс түгел хәҙер,--ти Хәйбулла районы белгестәре.