Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Ҡыуаныслы яңылыҡтар менән бүлешергә ашығабыҙ. 2020 йылдың 1 ғинуарынан 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн дә ай һайын пособие түләнә башлаясаҡ. Әгәр килемде ғаиләләге кеше башына бүлгәндә ул минималь йәшәү дәүмәленән артмай икән, тимәк был пособие һеҙгә түләнәсәк.
Шулай уҡ быйылдан тәүге балаға ла әсәлек капиталы бирелә. Шул уҡ ваҡытта икенсе балаға ла капитал һаҡланып ҡала.
Йәнәһе шуныһы: башланғыс класс уҡыусылары мәктәптә бушлай туҡланасаҡ.
Бик шәп яңылыҡтар шулаймы? Тимәк, хөкүмәт тарафынан ғаиләгә, балаға, демография мәсьәләһенә иғтибар артасаҡ.