Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 20:15

Зөбәме, Бөжәме?

Исемдәр тураһында мәғлүмәт яҙып ултырғанда 1992 йылда апайымдың ҡыҙы тыуғас исем эҙләүебеҙ иҫкә килеп төштө. Кемдер Бану ти, Зөбәйҙә исемен дә тәҡдим итәләр. Күңелгә ятҡанын таба алмайбыҙ. Шул ваҡытта күрше йортта йәшәгән йәш егет йөрөгән ҡыҙын алып ҡайтты. Ҡыҙ ҙа һылыу, исеме лә лә ят—Зөбәржәт.

Исемдәр тураһында мәғлүмәт яҙып ултырғанда 1992 йылда апайымдың ҡыҙы тыуғас исем эҙләүебеҙ иҫкә килеп төштө. Кемдер Бану ти, Зөбәйҙә исемен дә тәҡдим итәләр. Күңелгә ятҡанын таба алмайбыҙ. Шул ваҡытта күрше йортта йәшәгән йәш егет йөрөгән ҡыҙын алып ҡайтты. Ҡыҙ ҙа һылыу, исеме лә лә ят—Зөбәржәт. Тоттоҡ та шул исемде ҡуштыҡ. Ағайҙарым әйтеүгә ауыр, ҡатмарлы, тип ҡырҡышты. Ә бына ирендең ҡыбырлауынан ғына беҙҙе аңлаған 85 йәшлек һаңғырау өләсәйем шундуҡ исеме Зөбәрйәтме, тине. Тимәк, борон да ул исем булған.
Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө Зөбәржәт Рәжәп ҡыҙына исеме ныҡ тура килә. Тора бара уның исеменә ҡыҙығыусылар күбәйҙе. Хатта тел әйләнмәй тигән ағайымдар ҙа исеме матур бит уның, тип бәләкәсте яратты.
Исеменә бәйле ҡыҙыҡтар ҙа булды. “Һеҙҙең ауылдан бер матур ғына ҡыҙ менән таныштым”,--ти икән бер егет икенсеһенә. Бына исемен иҫләп ҡала алманым: Зөбәме?Бөжәме?—ти икән. “Ә, Зөбәржәтме?”—тигәс кенә: ”Эйе,эйе”,-- тип көлөп ебәргән. Үҫә төшкәс Зөбәржәтәбеҙ Өфөгә уҡырға китте. Ундағы класташ малайы әсәһенә ҡайтып: “Беҙҙең класҡа бер ҡыҙ уҡырға килде. Исеме—Мөғжизә”,--тип әйтә ти.
Шулай исеме есеменә тап килеп йәшәй. Зөбәржәт-изумруд ҡашлы биҙәүестәр таға, йәшел-зәңгәр төҫтәргә өҫтөнлөкбирә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.