Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 18:21

Иртәгә Путин Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Путиндың сираттағы Мөрәжәғәтнамәһенән ниҙәр көтөргә?

Иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе була. Был сараға 885 журналист аккредитацияланған. Уларҙың исемлеге ил башлығының kremlin.ru рәсми сайтында урынлаштырылған.
Мөрәжәғәтнамә иртәгә, йәғни, 15 ғинуар Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә башлана.
Билдәле булыуынса, былтыр был сараға 761 журналист йәлеп ителгән ине. Путиндың сираттағы Мөрәжәғәтнамәһенән ниҙәр көтөргә? Ул тәү сиратта халыҡтың йәшәйешен һәм иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк, тип күҙаллай Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы күтәрелеүе лә көтөлә.
#ввпутин #президентрф