Республикала йәшәүселәр йылдан-йыл яңы тыуған сабыйҙарына ят исемдәр ҡушырға тырыша. 2019 йылда ла исемдәр донъяһы яңырған. Башҡортостандың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты уҙған йылда күп ҡушылған һәм һирәк исемдәрҙе атаған. Ниндәйерәк яңғырашлы ул исемдәр?
Малайҙар араһында иң популяр исемдәр булып Артем, Артур, Арслан, Асҡар, Иван, Тимур, Эмир, Әмир, Максим, Кирилл, Мирон, Таһир, Самир, Рамаҙан, Даниэль, Роман, Матвей, Тимофей, Семен табылған.
Ҡыҙҙарҙа Алина, Әминә, Амелия, Арина, Анастасия, Дарина, Дарья, Самира, София, Софья, Ксения, Риана, Милана, Ева, Александра, Анна, Камила, Полина, Карина, Виктория, Вероника, Мәҙинә, Элина исемдәре популяр.
Һирәк осраған исемдәр ҙә ҡушылған. Улар: Адам, Аллим, Альтаир, Анил, Арат, Архан, Асман, Билол, Гамлет, Ғаффар, Гор, Давир, Далгат, Далер, Дастан, Демир, Демьян, Джабраил, Дияр, Клим, Лукьян, Мамур, Мират, Мөхәмәтйософ, Нил, Нурлан, Нурмат, Онур, Ранэль, Ролан, Рэм, Сәйҙәш, Саньяр, Тунар, Улан, Харитон, Элиф, Эльмар, Эмран, Эрвий, Элёр, Эмерик, Йәмих.
Ҡыҙҙарҙа: Айна, Айлина, Айтина, Ариэлла, Афина, Виана, Гвиневра, Данна, Девика, Евангелина, Ивета, Изотелла, Инель, Лагерта, Лея, Лилита, Луна, Мирра, Мила, Миряна, Миллианна, Мия, Мишель, Наида, Наоми, Паулина, Райана, Рия, Тарья, Севинч, Уралия, Фредерика, Хадиджа исемдәре айырылып торған.
Ҡушма исемдәрҙе ҡушыу ҙа күҙәтелә. Әйтәйек, 2019 йылда 4 сабыйға
Артур-Эбука, Омер-Халис, Амиели-Фату һәм Әмир-Аслан кеүек ике өлөштән торған исем бирелгән.