АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 10:05

Һабырҙа питомник булырмы?

Йылайыр районы эшҡыуары Һабыр ауылында питомник булдырырға ниәтләй.

Һәр кесаҙна ҡала һәм район хакимиәттәрендә “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә “Инвестиция сәғәте” үткәрелә. Йылайыр районы хакимиәтендә уҙғарылған сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә Һабыр ауыл биләмәһендә питомник төҙөү проекты ҡаралды. Район башлығы Илгиз Фәтҡуллин эшҡыуарҙың был тәҡдимен хупланы.
Әйткәндәй, 2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Юғарыла телгә алынға проект бойомға ашһа, ул ауыл ерен йәшелләндереп кенә ҡалмай, уға йәм биреп, зауыҡ та өҫтәйәсәк.
#нацпроект#миллипроект
Читайте нас: