Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 10:10

Йорттар—мәҙәни мираҫ

Күренекле башҡорт шағиры Ш.Бабич һуңғы көндәрен ҡайһы йортта үткәргән? Был йорт менән нимә буласаҡ? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Йылайыр районында ике объект, мәҙәни мираҫ булараҡ, дәүләт реестрына индерелде. Уның береһе—күренекле башҡорт шағиры Ш.Бабичтың ғүмеренең һуңғы көндәре үткән йорт, икенсеһе—Советтар Союзы геройы Андрей Серков эшләп киткән бина.
Шәйхзада Бабич булып киткән йорт Йылайыр ауылының Ленин урамы, 37 адресы буйынса урынлашҡан. Ул сауҙагәр Подрядов өйө булараҡ билдәле. Дәүләт реестрына ул мәҙәни мираҫ булараҡ теркәлгән. Ә ҡасандыр А.И.Серков эшләп киткән йорт (Ленин урамы, 39) “Йәмәғәт бинаһы” булараҡ билдәләнгән.
Билдәле булыуынса, 2019 йылдың июль айында Йылайыр районында “Архитектура эҙҙәре” тип аталған Ленд-арт фестиваль үткәрелгәйне. Элекке баҡыр иретеү заводында уҙған сараның төп маҡсаты тарихи ҡомартҡыларға иғтибарҙы арттырыу булды. XVIII быуатта төҙөлгән был тарихи архитектура ҡомартҡыһы өлөшләтә генә һаҡланған. Ҡасандыр төбәктә киң танылыу тапҡан Преображенский заводының эске яғын ремонтлау ҡарала.
Әйткәндәй, Рәсәй Туризм һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамы менән “Мәҙәниәт” һәм “Туризм инфраструктураһын үҫтереү”, “Төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү” милли проекттары сиктәрендә районға туристарҙы йәлеп итеү буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр бара. Киләсәктә Ленд-арт фестивалдәрен үткәреү, төбәктең тарихи һәм мәҙәни объекттарын күрһәтеү, этнотуризмды, халыҡ кәсептәрен һәм шөғөлдәрен үҫтереү районға туристарҙы һәм ситтән инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә ҙур этәргес булыр тигән ышаныс белдерелә.
#нацпроекты#миллипроект
Читайте нас: