Яңы ғына Яңы йылды ҡаршы алғайныҡ, күҙ асып йомғансы иҫкеһе лә килеп етте. Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге, ижади коллективтар ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлай һәм йәнә лә күңел асыу сараларына үҙәк майҙанға саҡыра.