Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров интернет селтәрендәге үҙ сәхифәһендә республика мәктәптәрендә 153 стоматология кабинеты эшләүе хаҡында белдерҙе. Ошо көндәрҙә 61 белем усағында ремонт тамамланған. “Сағыу, матур урында балалар тешен дауалатыуҙан ҡурҡмаҫ”, --тип тә белдерә Башлыҡ.