Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 10:35

1,5 миллион күләмендәге яңы штраф

Интернетҡа фото ҡуйғанда бик һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, һәр кемгә штраф ҡурҡынысы янай. #ввпутин #президентрф

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Дәүләт Думаһына интернет селтәтәре аша наркотиктарға реклама яһаған өсөн 1,5 миллионға тиклем штраф тураһында закон проектын индергән. Документ түбәнге палатаның электрон базаһына урынлаштырылған.
Уҙған йылдың декабрь айында Хөкүмәт ултырышы мәлендә атап үтелгән закон проекты хупланып сыҡҡайны. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы әҙерләнгән.
Закон буйынса интернет аша наркотик һәм психотроп матдәләрҙе, йә ошондай матдәләр булған үҫемлектәрҙе рекламалаған өсөн граждандарға 5 мең һумдан алып 30 меңгә тиклем штраф ҡаралған, вазифалы кешеләргә—50 меңдән алып 100 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә иһә 1 миллиондан алып 1,5 миллионға ҡәҙәр штраф түләргә тура киләсәк.
Күреүегеҙсә, тыйыу наркотик матдәләре булған үҫемлектәргә лә ҡағыла. Шуға күрә интернетҡа фото ҡуйғанда бик һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, һәр кемгә штраф ҡурҡынысы янай.
#ввпутин #президентрф