Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 10:55

Заманса һулыш алды

Мәҙәниәт учреждениеһына кинопроектор, цифрлы ҡорамалдар, экран, акустик система ҡуйылған. Бынан тыш, ҡала бюджетынан бүленгән аҡсаға зал эсе яңыртылған: хәҙер зал һәр кем өсөн уңайлы, инвалид коляскалар өсөн айырым урын да бар.

Яңы йыл алдынан Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” кинотеатрының яңыртылған кино залы асылды. Мәҙәниәт учреждениеһына кинопроектор, цифрлы ҡорамалдар, экран, акустик система ҡуйылған. Бынан тыш, ҡала бюджетынан бүленгән аҡсаға зал эсе яңыртылған: хәҙер зал һәр кем өсөн уңайлы, инвалид коляскалар өсөн айырым урын да бар.
--Яңы һулыш алған кинотеатр оҙаҡ йылдар халыҡты ҡыуандырып, уңышлы эшләһен!—тине уны асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Әминев.
#нацпроекты#миллипроекттар