Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 15:35

Йырлап асыла күңел

--Бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалғаным юҡ. Сәхнәлә сығыш яһауыма быйыл 47 йыл була,--ти “Йәнгүҙәй” ансамбле ағзаһы Дамир Аҡназаров.—Был сара ҡыштемаһына арналғанға беҙҙең ижади төркөм аҡ миҙгелгә бағышланған йыр әҙерләне.Вокаль конкурстың һайлап алыу туры үткәндән һуң гала-концерты 13 ғинуарҙа ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторласаҡ.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Йырлы ҡар бөртөктәре” ҡала вокаль конкурсы үтте. Балалар сәнғәт мәктәбе ойошторған йыр бәйгеһендә төрлө йәштәге йырсылар үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Иң бәләкәс сығыш яһаусылар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре булһа, йәштәре 70 –кә етеүселәр ҙә йырлап ярышты.
--Бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалғаным юҡ. Сәхнәлә сығыш яһауыма быйыл 47 йыл була,--ти “Йәнгүҙәй” ансамбле ағзаһы Дамир Аҡназаров.—Был сара ҡыш
темаһына арналғанға беҙҙең ижади төркөм аҡ миҙгелгә бағышланған йыр әҙерләне.
Вокаль конкурстың һайлап алыу туры үткәндән һуң гала-концерты 13 ғинуарҙа ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторласаҡ.