Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 15:55

Яңы йыл сәйәхәте

--Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән йыйылған 5 меңдән ашыу баланы тәбрикләү сараһы Кремль һарайы фойеһында үтте. Бында театрлаштырылған тамашанан тыш, уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм художество оҫтаханалары ойошторолдо. Мәскәү буйлап экскурсия үткәрелде, айырыуса Измайлов Кремле миңә ныҡ оҡшаны,--ти Диана Таһирова.—Яңы йыл сәйәхәте ойошторғандары өсөн гимназиябыҙ директоры Р.Х.Бикбоваға, уҡытыусыларыма, атай-әсәйемә ҙур рәхмәт!

Башҡортостандан 114 бала Мәскәүҙә үткән Кремль шыршыһында ҡатнашты.
Бындай дәртләндереү сараһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, хеҙмәт йәки хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары, етемдәр лайыҡ булды.
Сибай ҡалаһынан илдең төп шыршыһы байрамына гимназия-интернаттың уҡыу алдынғыһы Диана Таһирова, спортсы, шорт-трек буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәгән Полина Князева барып ҡайтты.
--Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән йыйылған 5 меңдән ашыу баланы тәбрикләү сараһы Кремль һарайы фойеһында үтте. Бында театрлаштырылған тамашанан тыш, уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм художество оҫтаханалары ойошторолдо. Мәскәү буйлап экскурсия үткәрелде, айырыуса Измайлов Кремле миңә ныҡ оҡшаны,--ти Диана Таһирова.—Яңы йыл сәйәхәте ойошторғандары өсөн гимназиябыҙ директоры Р.Х.Бикбоваға, уҡытыусыларыма, атай-әсәйемә ҙур рәхмәт!
Диана Сибай гимназия-интернатына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан былтыр ғына уҡырға килгән. Яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡыҙҙы яңы класташтары ла тиҙ үҙ итә. Ҡала мәктәбендә бейеү, театр сәнғәте кеүек шөғөлдәрҙе үҙ итеү мөмкинлеге тыуғанға Диана ифрат ҡыуана.
7 б класында уның менән бергә ауылдаш ҡыҙҙары ла белем ала. Бер бүлмәлә йәшәйҙәр, шуға ла уға ҡала еренә, яңы мәкәтәпкә өйрәнеп китеү ҡыйын булмаған. Тәрбиәселәре Гөлнур Сәфәрғәле ҡыҙының даими хәстәрен тойоу ҙа Дианаға әсә наҙын алмаштыра. Ялдарҙа ул ауылға ата-әсәһе янына ашҡына. Кинйә ҡыҙҙарын әсәһе Дилара, атаһы Афзал иркәләтеп кенә үҫтерә.
Яҡшы уҡыуы өсөн баш ҡалаға барыу бәхетенә ирешкән тырыш ҡыҙға артабан да уҡыуында уңыштар, сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ!