Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 15:45

Майҙансыҡ--балаларға бүләк

Сибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһы халҡына яңы йылдың матур бүләге булып заманса өр-яңы балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы асылды. Сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүселәр өсөн тренажерлы урам майҙансығы ла ҡуйылған. Таулы урамының 1200 метр арауығына тротуар һалынған.

Ҡасабаның “Ирәндек” клубына ҡайтанан йән һәм йәм биреү өсөн төҙөкләндереү эштәре башланған. Йәй башына бында капиталь ремонттан һуң клуб ҡайтанан үҙ ишектәрен асасаҡ.