Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 03:05

Күңелле үтә каникул

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы балаларына ҡаланың үҙәк майҙанындағы боҙ ҡаласығына йөрөүе алыҫ. Ярай әле йыл да бында шыршы ҡуйыла, шыуыу өсөн ҡарҙан тау өйөлә. Яңы йылда бәләкәстәргә балалар майҙансығы ла хасил булды: заманса тауҙар, үрмәләү ҡоролмалары урынлаштырылды. Кистәрен дә был ерҙә балалар тауышы тынмай, сөнки тирә-яҡ яп-яҡты.

Уҡыусыларҙың ялын Сибай китапханалар селтәренең 7-се моделле филиалы хеҙмәткәрҙәре төрлөләндерергә, фәһемле, файҙалы итергә тырыша. Улар балаларға төрлө кисәләр, ярыштар ойоштора. Ҡыҙҙар һәм малайҙар айырыуса “Ура, каникул!” программаһында бик теләп ҡатнашҡан. Сарала 10 өлкән кеше һәм 38 бала төрлө уйындар уйнап, ялдарын күңелле уҙғарған.
Читайте нас: