Баймаҡ районынан ике ир-егет Яңы йылды енәйәт менән башларға булған, күрәһең. Улар законһыҙ хайуандарҙы атып алыуҙа ғәйепләнә.
Семен ауылынан алыҫ булмаған Магнитогорск-Ира автоюлында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары бер еңел автомобилде туҡтата.
Тикшереү барышында машинала һунар мылтығы, гильза һәм ҡан эҙҙәре ҡалған бысаҡ булыуы асыҡлана. Оператив-тикшереү төркөмө ағзалары багажниктан ике ҡоралай түшкәһе табып ала. Машинаның хужаһының да, уның пассажирының да атып алыуға рөхсәт ҡағыҙы булмай сыға.
Әлеге ваҡытта “Законһыҙ һунар” буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.