Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 14:28

"Сайран"ға рәхим итегеҙ!

Сибай ҡалаһының "Балыҡсылар йорто" микрорайонында урынлашҡан "Сайран" ял итеү базаһы теләгән һәр кемде ҡышҡы каникулды күңелле итеп үткәрергә саҡыра.

Сибай ҡалаһының "Балыҡсылар йорто" микрорайонында урынлашҡан "Сайран" ял итеү базаһы теләгән һәр кемде ҡышҡы каникулды күңелле итеп үткәрергә саҡыра. Унда ғаилә менән дә, дуҫтар менән дә рәхәтләнеп ял итергә була.
"Сайран"да тауҙан, йә һырғалаҡтан шыуырға, хаски тоҡомло эттәр менән саф һауала йөрөргә була. Шулай уҡ ял ваҡыттарын атта һыбай йөрөп файҙалы итеп үткәреү ҙә ҡаралған.
Күмәк компания менән күңелле итеп ял иткегеҙ килһә, ял базаһы тәҡдим иткән тирмәгә рәхим итегеҙ. "Сайран"да тәмле итеп шашлык ҡыҙҙырыу мөмкинлеге лә бар.