Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2020, 14:14

"Беҙ--Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары" конкурсы иғлан ителде

Конкурс һөҙөмтәләре 2020 йылдың 27 мартында билдәле буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының архив эштәре һәм Милли архив Идаралығы тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Беҙ--Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары" конкурсы иғлан ителде. Ижади бәйгелә VIII – XI класс уҡыусылары һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала.
Конкурс һөҙөмтәләре 2020 йылдың 27 мартында билдәле буласаҡ.
Еңеүселәрҙе һәм уларҙың фәнни етәкселәрен ҡиммәтле бүләктәр һәм диплом көтә.