Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Декабрь 2019, 09:50

Президент Яңы йыл табынына өлгөрәме?

Владимир Владимирович Кремль эргәһендә граждандарҙы ҡотлап, Яңы йыл табынына өлгөрмәй икән

Президенттың 31 декабрь халыҡты Яңы йыл менән ҡотлауы иң популяр тапшырыу тип иҫәпләнә. Сөнки интернетҡа өҫтөнлөк биргәндәр ҙә был көндө, төнгө ун ике тулыуға биш минут ҡалғас, телевизорын ҡабыҙа.
1999 йылдың 31 декабре рәсәйлеләр хәтерендә Президент ҡотлауының икәү булыуы менән тороп ҡалған. Борис Ельцин көндөҙгө сәғәт ун икелә үҙ халҡын байрам менән ҡотлаһа, Владимир Путин иһә Яңы йылға аяҡ баҫырға биш минут ҡалғас, тәүге мөрәжәғәтен яһай.
Путин, үҙенә тиклем булған президент кеүек үк, граждандарҙы эш кабинетынан ҡотлай. Ә киләһе йылдағы ҡотлау яңылыҡҡа әйләнә: был юлы ил башлығы тәбрик һүҙҙәрен Кремль майҙанындағы шыршы эргәһендә тороп еткерә.
Владимир Владимирович Кремль эргәһендә граждандарҙы ҡотлап, Яңы йыл табынына өлгөрмәй икән тигән шаяртыу йәшәп килә. Ысынында хәлдәр улай түгел, әлбиттә. Ил башлығының мөрәжәғәте алдан уҡ яҙылып ҡуйыла. Бының башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки теге йәки был төбәктә Яңы йыл төрлө ваҡытта етә.
Быйыл да Рәсәй халҡы Президент ҡотлауын ғәҙәттәгесә 31 декабрь 23.55 сәғәттә ишетәсәк.
#ввпутин #президентрф