Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 10:00

Яңы йылға шәп бүләк!

Шуларҙың береһе—Баймаҡ ҡалаһындағы “Ирәндек” кинотеатры. Ул федераль программаға ярашлы алынған грант ярҙамында яңынан төҙөкләндерелеп, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелде.

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Кино фонды” 500-гә яҡын халҡы булған урындарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам итеү буйынса конкурс үткәрҙе. Унда, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандан ун еңеүсе булды.
Шуларҙың береһе—Баймаҡ ҡалаһындағы “Ирәндек” кинотеатры. Ул федераль программаға ярашлы алынған грант ярҙамында яңынан төҙөкләндерелеп, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелде. Тамаша залына 100 йомшаҡ кресло урынлаштырылған, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым урын булдырылған. Артҡы рәттәргә билет эләккән тамашасылар өсөн дә борсолорға урын юҡ: креслолар күтәрмәләргә ултыртылған. Тамаша залын уратып 12 тауыш көсәйткес ҡуйылған, тимәк, кинотетарҙың тауыш акустикаһы юғары кимәлдә. Хәҙер баймаҡтарға кино ҡарау өсөн Сибайға йәки башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй. Улар үҙҙәрендә рәхәтләнеп яратҡан фильмдарын, яңы сыҡҡан премьераларҙы күрә аласаҡ.

#нацпроект
Читайте нас: