Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 12:40

“Туҡта, суррогат” акцияһы дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Туҡта, суррогат” акцияһы шарттары буйынса йәшерен рәүештә ялған алкоголь продукцияһын етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр итеүсе граждандар аҡса менән бүләкләнә.

“Туҡта, суррогат” акцияһы 19 декабрь “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе инициативаһы менән старт алды. Ошо көндәрҙә “ҡыҙыу бәйләнеш”кә килгән шылтыратыуҙар нигеҙендә “Йәш гвардия”ның әүҙем ағзалары баш ҡалабыҙ буйлап сыҡты. Киров, Совет, Калинин һәм Орджоникидзе райондарында үткәрелгән мониторинг “Контроль” проекты сиктәрендә башҡарылда. Күп ерҙә суррогат һатыу осраҡтары раҫланманы.
Өфөнөң “17-се дауахана” туҡталышындағы павильонда “фанфурик” һатыуҙары асыҡланды.
“Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 207 баллон һәм 120 банка һыра, 40 пачка контрофакт тәмәке һә “фанфурик”тар тартып алынды. Әңгәмә барышында һатыусылар киң мәғлүмәт саралары аша тикшереүҙәр тураһында белеүҙәрен әйтте. Шуға күрә күп сауҙа нөктәләре суррогат һатыуҙы туҡтатып торған. Эштәре ҡайтанан тергеҙелмәһен өсөн, Яңы йыл каникулынан һуң да был акцияны дауам итеү мөһим,”—тип аңлатма биргән “Контроль” проектының Башҡортостан буйынса кураторы Антон Буфетов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Туҡта, суррогат” акцияһы шарттары буйынса йәшерен рәүештә ялған алкоголь продукцияһын етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр итеүсе граждандар аҡса менән бүләкләнә. Суррогат иҫерткес эсемлектәр етештереүсе хаҡында мәғлүмәт биргәндәргә—50 мең, һатыусы тураһында хәбәр иткәндәргә 2000 мең күләмендә аҡса түләнелә.
Суррогат етештереүсе һәм һатыусы тураһында мәғлүмәтте [email protected] электрон адресына ебәрергә, йә иһә 9.00 сәғәттән алып 19.00 сәғәткә тиклем +7 (347) 218-09-87 һандарына шылтыратып хәбәр итергә була.
Читайте нас: