31 декабрь республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Был хаҡта Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итәләр.
2020 йылдың 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарында улар ғәҙәти режимда эшләй. Пенсияларҙы, пособиеларҙы, хаттарҙы һәм гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратыу өсөн ҡайһы бер ауылдарҙа почта бүлексәләре икенсе режимда эшләргә мөмкин.