3 ғинуар Башҡортостан Республикаһы территорияһында спиртлы эсемлектәр һатыу тулыһынса тыйыла. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа 14.00 сәғәттән алып киләһе көндөң 10.00 сәғәтенә тиклем алкоголь продукцияһы һатылырға тейеш түгел. Йәмәғәт туҡланыуы урындарында ғына хеҙмәт күрһәткән ваҡытта иҫерткес эсемлектәрҙе берәмләп һатыу рөхсәт ителә.