Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 10:25

Баш ҡала табиптары ҡабул итте

Үҙәк дауахананың баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов әйтеүенсә, ике көндә белгестәр 264 пациентты ҡабул иткән. Алыҫҡа йөрөмәйенсә урында шундай консультация ала алыуҙарына сибайҙар ҡыуана.

Баш ҡала табиптары ҡабул итте
25-26 декабрҙә Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Г.Г.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре ауырыуҙарҙы ҡабул итте. Был көндө баш ҡала табиптары башлыса диспансер иҫәптә торған сирлеләр менән эшләне. Үҙәк дауахананың баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов әйтеүенсә, ике көндә белгестәр 264 пациентты ҡабул иткән. Алыҫҡа йөрөмәйенсә урында шундай консультация ала алыуҙарына сибайҙар ҡыуана. Пациенттар ҡан тамырҙары хирургы Альберт Әхтәм улы Сирғәлинға, нейрохирург Урал Шамил улы Хазиевҡа, кардиолог Гүзәл Наил ҡыҙы Ғабдуллинаға, невролог Мансур Әмир улы Ҡотлобаевҡа, травматолог Сабир Ғилмитдин улы Килдебаевҡа, гастроэнтеролог Илназ Рәмил ҡыҙы Ғатауллинаға, эндокринолог Гүзәлиә Минвәзих ҡыҙы Латыповаға, пульмонолог Эльмира Фәнзил ҡыҙы Рафиҡоваға, колопроктолог Денис Разиф улы Мөшараповҡа, методист Эльмира Ришат ҡыҙы Шәриповаға оло рәхмәттәрен еткерә.
Киләсәктә лә баш ҡаланың медицина учреждениелары белгестәре Сибай ҡалаһында халыҡты ҡабул итеүҙәрен дауам итәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар