Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 15:25

Төклө аяғың менән, Ҡомаҡ йылы!

--Әйткәндәй, тап Ҡомаҡ йылы мөсәлде--12 йылдан торған циклды башлап ебәрә лә инде, --инде ти Раушания Рамаҙанова.--Түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙең был беренсе сығышы түгел. Театр йылында ҡала кимәлендә үткәрелгән "Бөтә донъя - театр" конкурсында М. Кәримдең "Өс таған" әҫәренән өҙөк ҡуйып, беренсе урын яуланыҡ.

Төклө аяғың менән, Ҡомаҡ йылы!
Сибай гимназия-интернатының "Мираҫ" театр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәре белем усағының яңы йыл байрамында хайуандарҙың нисек үҙ-ара йылдарҙы бүлешеп алыуы, мөсәлдең барлыҡҡа килеүе тураһында әкиәт ҡуйған. Әҫәрҙе сәхнәгә драма түңәрәге етәкселәре—Башҡортостандың халыҡ артискаһы, Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры актриссаһы Зифа Баязитова, китапханасы Раушания Рамаҙанова әҙерләгән.
--Әйткәндәй, тап Ҡомаҡ йылы мөсәлде--12 йылдан торған циклды башлап ебәрә лә инде, --инде ти Раушания Рамаҙанова.--Түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙең был беренсе сығышы түгел. Театр йылында ҡала кимәлендә үткәрелгән "Бөтә донъя - театр" конкурсында М. Кәримдең "Өс таған" әҫәренән өҙөк ҡуйып, беренсе урын яуланыҡ.
Йәш артистарға яңынан-яңы үрҙәр, балҡыштар теләйбеҙ.