АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 10:30

Мәктәптәргә--автобустар

28 “ПАЗ”, ике “ГАЗ-вездеход”, алты “ГАЗ Next”, бер “КАВЗ” автобустары 21 район һәм ҡалаға юл алды. Улар араһында Урал аръяғы төбәгенең Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондары бар.

Өфөлә 37 мәктәп автобусы асҡысын тапшырыу тантанаһы булды. Был эш “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды, автобустар ташыу талап иткән уҡыусылар һанын бер мең кешегә кәметте. Асҡыстарҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.
28 “ПАЗ”, ике “ГАЗ-вездеход”, алты “ГАЗ Next”, бер “КАВЗ” автобустары 21 район һәм ҡалаға юл алды. Улар араһында Урал аръяғы төбәгенең Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондары бар. Быйыл республиканың 143 мәғариф учреждениеһы 143 автобус менән тәьмин ителгән.
Бөгөн Башҡортостанда 2749 тораҡ пунктта 872 белем биреү учреждениеһында уҡыған 41951 уҡыусыны мәктәпкә алып барыу һәм алып ҡайтыу ойошторолған. Был эште барлығы 1436 автобус башҡара. Һуңғы өс йыл дауамында федераль һәм республика бюджеттарынан даими рәүештә автобус паркы яңыртыла. Был иҫкергән автобустарҙы ваҡытында иҫәптән төшөрөү һәм яңы маршруттар индереү мөмкинлеген бирҙе. Бөтә мәктәп автобустары ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS юлдаш аппаратураһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.
#нацпроекты#милли проекттар
Читайте нас: