Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында фельдшер-акушер пункты асылды. Төйәләҫтәрҙең йылдар буйы көткән медицина пункттары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡалҡып сығып ҡасабаға йәм өҫтәп әллә ҡайҙан күренеп ултыра. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән медицина учреждениеһын асыу тантанаһында Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов ҡатнашты.
--Хәҙер ҡалаға бармайынса үҙегеҙҙә лә сифатлы медицина ярҙамы алырға була,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы ҡасаба халҡын тәбрикләп.—Яңы йылға һеҙгә шәп бүләк был. Киләсәктә мәктәпте реконструкциялау ҡарала.
Төйәләҫ ҡасабаһының әүҙем йәмәғәтселәре—Ислам Исламбаев, Фуат Бикбаев, Сәғиҙә Байназарова яңы модулле пунктҡа ифрат ҡыуаныуҙарын белдерҙе.
--Ураған һайын юл йөрөгө килеп тормай. Хәҙер үҙебеҙҙә бөтә шарттар ҙа бар—магазин эргәлә, мәктәп, балалар баҡсаһы бар, бына хәҙер медицина объекты булды. Шуларҙың мәнфәғәттәрен күреп йәшәргә лә йәшәргә беҙгә,--тине ололар.
Хеҙмәтен өр-яңы бинала дауам итәсәк ҡасаба фельдшеры Венера Әғзәм ҡыҙы Саптарова 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡасабала диспансеризацияның тәүге этабын уҙғарыуға, йөклө ҡатындарҙы, бәләкәс балаларҙы заманса бинала ҡараясағына һөйөнә. Бынан тыш графикка ярашлы айына ике тапҡыр Сибай үҙәк дауаханаһының терапевтары ла күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторасаҡ.
--Башҡаларҙан айырмалы рәүештә беҙҙең пункт тәбиғи газ ярҙамында йылытыла. Һыу эстә, процедура, прививкалар яһау, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау, ҡорамалдарҙы стерилизациялау, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәләре, санузел бар,--ти “Земский фельдшер” проектында ҡатнашыусы Венера Әғзәм ҡыҙы.—Ауыл халҡы исеменән ил, республика, ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәм! Яңы йыл кәйефе барлыҡҡа килде, артабан дәртләнеп эшләүгә этәргес көс булды.