“Һаулыҡ” милли проектының төп маҡсаты—халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, шарттар булдырыу. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы халҡы Яңы йыл байрамы алдынан һөйөнөслө ваҡиға кисерҙе. Бында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға тиклемгеһе авария хәлендә ине. Ишбирҙеләрҙең шатлығы менән уртаҡлашырға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина килде.