Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2019, 10:50

Билалда көрт ятмаясаҡ

--Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ! Башҡа яҡтар яуым-төшөм булмауға зарланғанда беҙҙең Ирәндек буйында йәйен ямғыр, ҡышын ҡар күп була. Шуға ла көрткә сумып ултырмаҫ өсөн эттергесле трактор алыу мәсьәләһен күптәр хупланы. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар күп. Шуларҙың һәр береһе дәүләт программалары ярҙамында ошолай ыңғай хәл ителер тип ышанам,--ти Билал ауылы хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаров.

Баймаҡ районның Билал ауыл хакимиәте "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында йыл һайын ҡатнаша. Былтыр ауыл халҡы дөйөм көс менән Билал мәктәбенең ағас тәҙрәләрен пластикка алмаштырыуға өлгәште. Ә быйыл МТЗ-82.1 тракторы алыу өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалдыҡ. Башта бер нисә тапҡыр йыйылыш үткәрҙек, шунан аныҡ мәсьәлә мәғлүм булғас, аҡса йыйҙыҡ, проектыбыҙға бағыусы таптыҡ.
Дөйөм көсөбөҙ бушҡа булманы--Яңы йыл алдынан күмәкләп көткән МТЗ-82.1 "Беларус" тракторы ауылыбыҙға килеп етте.
--Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ! Башҡа яҡтар яуым-төшөм булмауға зарланғанда беҙҙең Ирәндек буйында йәйен ямғыр, ҡышын ҡар күп була. Шуға ла көрткә сумып ултырмаҫ өсөн эттергесле трактор алыу мәсьәләһен күптәр хупланы. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар күп. Шуларҙың һәр береһе дәүләт программалары ярҙамында ошолай ыңғай хәл ителер тип ышанам,--ти Билал ауылы хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаров.--Ҙур техника алырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт! Айырыуса Билал ауылы биләмәһе халҡының, шәхси эшҡыуарҙар Гөлнара Байрамғолова, Илдар Күсәрбаев, Айҙар Хамматовтарҙың күмәк эшкә индергән өлөштәре ҙур булды. Һәр саҡ шулай ауылыбыҙҙың патриоттары булып ҡалайыҡ! Алда беҙҙе "ППМИ-2020" көтә! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Райхана Булатова, Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы.