Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 17:45

Сананы—йәй, кәмәңде ҡыш әҙерлә

Төйәләҫ йылғаһы буйы танырлыҡ та түгел: һыу инеү урыны биләмәһе киңәйтелеп, таҙартылған, кәртәләнгән, водолаздар йылға төбөнән тонналап ылымыҡ сығарып түккән. Шулай уҡ ике һыу горкаһы, ике понтон пирс, ҡалҡмалар, понтондар, беседкалар, пляж япмалары, кейенеп-сисенеү кабинкалары, шезлонгтар һатып алынған. Уларҙы пляжға яҙын урынлаштырасаҡтар.

Сананы—йәй, кәмәңде ҡыш әҙерләйҙәр

Сибай ҡалаһында быйыл ҙур проект тормошҡа ашырылды—“Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә йәмғәт урыны--ҡала пляжын төҙөкләндереүгә 23 миллион һум аҡса бүленде. Ҡалалаштар уның мөмкинлектәрен йәй көнө һыу инеү миҙгеле асылғас баһалай аласаҡ.

Яҡшы яңылыҡ менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙә бүлеште.
--Уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ ял итеү урыны барыһының да күңеленә, моғайын, хуш килер,--ти яҙҙы Рөстәм Әхмәткәрим улы.
Төйәләҫ йылғаһы буйы танырлыҡ та түгел: һыу инеү урыны биләмәһе киңәйтелеп, таҙартылған, кәртәләнгән, водолаздар йылға төбөнән тонналап ылымыҡ сығарып түккән. Шулай уҡ ике һыу горкаһы, ике понтон пирс, ҡалҡмалар, понтондар, беседкалар, пляж япмалары, кейенеп-сисенеү кабинкалары, шезлонгтар һатып алынған. Уларҙы пляжға яҙын урынлаштырасаҡтар.
Яңы йыл алдынан ҡотҡарыу посы өсөн моторлы кәмә лә һатып алынған. Сибайҙар шулай сананы—йәй, кәмәне ҡыш әҙерләргә күнеккән.
Читайте нас: