Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 13:34

Рекорд ҡуйырға йыйына

“Вся Уфа” телеканалы алып барыусыһы Денис Ғәниев 28 декабрь Гиннес рекорды ҡуйырға йыйына.

“Вся Уфа” телеканалы алып барыусыһы Денис Ғәниев 28 декабрь Гиннес рекорды ҡуйырға йыйына. Ул тәүлек буйына тура эфир алып барасаҡ. Шоу 12.00 сәғәттә башлана ла, 24 сәғәт буйы дауам итә. Денис тәүлек буйы телевизор ҡараусылар менән аралашасаҡ. Шул ваҡыт арауығында уға ашарға, эсергә, йырларға, бейергә ярай. Әммә йоҡлау тыйыла.
Быға тиклем Өфө бер генә тапҡыр Европаның иң ситке көнсығыш нөктәһе булараҡ тәҡдим ителгән.