Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 10:05

Халыҡ эште баһалай

Һөҙөмтәлә, “светофор” картаһы булдырылған. Урындағылар башҡарылған эш менән ҡәнәғәт икән, был ҡала-райондар йәшел секторға индерелгән...

Билдәле булыуынса, төрлө милли проекттар менән бер рәттән “Ҡала мөхите” проекты ла эшләй. Ул ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын, подъездарҙы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Халыҡҡа уның үтәлеш сифатын баһалау мөмкинлеге лә бирелгәйне. Онлайн һорауҙарға 16 мең кеше яуап биргән. Һөҙөмтәлә, “светофор” картаһы булдырылған. Урындағылар башҡарылған эш менән ҡәнәғәт икән, был ҡала-райондар йәшел секторға индерелгән. Сибай ҡалаһы һары төҫ секторында, йәғни халыҡ уртаса ҡәнәғәт. Ә ҡыҙыл секторға ингәндәрҙең эше менән халыҡ килешеп етмәй. Башлыса подъезд торошона зарланғандар.
#нацпроекты#регпроекты