Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 15:05

Яңы йылда—яңы офиста

Бөгөн Башҡортостан энергия һатыу компанияһы Сибай ҡалаһының Таусылар проспектындағы 22/1 йортонда яңы офис асты. “Спарта” спорт комплексы бинаһында урынлашҡан офис 140 квадрат метр майҙанды биләй.

Бөгөн Башҡортостан энергия һатыу компанияһы Сибай ҡалаһының Таусылар проспектындағы 22/1 йортонда яңы офис асты. “Спарта” спорт комплексы бинаһында урынлашҡан офис 140 квадрат метр майҙанды биләй. Бында физик һәм юридик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
--Беҙҙең офис бөгөн өй туйлай.Ҡалалаштарға һәм Урал аръяғы райондарынан килеүселәргә шуны хәбәр итәбеҙ: Таусылар проспектының 31-се йортондағы элекке бүлек ябылды. Бынан ары төрлө һорауҙар буйынса ҡулланыусыларҙы яңы адресҡа мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенәбеҙ,--ти энергия һатыу компанияһы хеҙмәткәрҙәре.