Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 10:00

Кескәйҙәргә мажаралар оҡшаны

Әйткәндәй, был мажаралы тамаша 30 декабргә тиклем дауам итә.

“Мәҙәниәт” милли проекты “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һынлы мәҙәниәт” федераль проекттарын үҙ эсенә алған. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры ошо йүнәлештә әүҙем эш алып бара.
Һәр йылдағыса, декабрь аҙағында театрҙа эш гөрләп тора. Яңы йыл байрамы алдынан бында кескәй тамашасылар күпләп йыйыла. Сөнки нәҡ улар өсөн мажаралы тамаша ҡуйыла, шыршы тирәләй байрам ойошторола. Кисә, йәғни 22 декабрь, уның тәүгеһе үтте лә инде. “Урманда Яңы йыл мажаралары” исемле әкиәтте балалар оҡшатты. Уны сәхнәгә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов сығарҙы.
Кескәйҙәр әкиәт геройҙары менән бергәләп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырҙы, Мәскәй әбейҙең ҡылыҡтарын оҡшатмай, уны сәхнәнән ҡыуҙы. Аҙаҡ иһә фойела шыршы тирәләй йырланы, бейене, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп, йырлап, бүләктәр алды.
Әйткәндәй, был мажаралы тамаша 30 декабргә тиклем дауам итә.
#нацпроект#регпроект