Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанында Яңы йыл әкиәте ҡуйылды. Ҡалалаштарҙы яҡынлашып килгән мөғжизәле байрам менән ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов тәбрикләне. Ул шулай уҡ яңыраҡ ҡына игеҙ сабыйҙары тыуған ике ғаиләгә коляскалар ҙа тапшырҙы. Үҙәк майҙанға йәм, ҡот өҫтәп ҡалҡып сыҡҡан пикселле шыршы ҡайтарғандары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт еткерҙе. Шулай уҡ быйыл ҡала янындағы бөтә ҡасабаларҙа ла шыршы майҙансыҡтары булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Әхмәткәрим улы байрам сиктәрендә “Тиҫтер” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ойошторған сана фестивалендә лә ҡатнашты. Конкурсҡа 10-дан ашыу биҙәлгән сана тәҡдим ителде. Йәштәр фантазияһын эшкә егеп, шыуыу өсөн тәғәйенләнгән әйберҙән төрлө техникалар яһап ҡуйыуҙары барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы.
Сибай театры артистары әҙерләгән театрлаштырылған тамаша ла сибайҙарҙың һәм ҡала ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде. Йыл символы—сысҡан янында һәр кем фото төшөп ҡалырға ашыҡты.
Күмәк сараны мәҙәниәт бүлегенең ижади коллективтары әҙерләгән байрам концерты тамамланы.