Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 01:20

Шәйхзада Бабичтың юбилейы билдәләнәсәк

Сибай институты алдына ҡуйылған бөйөк шәхестәр аллеяһында Шәйхзада Бабичҡа ҡуйылған бюст та бар. Был монументаль композицияның авторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ғарипов.

2020 йылда Башҡортостанда шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Документта киләһе йылда буласаҡ юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Республика Хөкүмәтенә тейешле план эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.Юбилей саралары өсөн сығымдар республика бюджеты һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ойоштороласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай институты алдына ҡуйылған бөйөк шәхестәр аллеяһында Шәйхзада Бабичҡа ҡуйылған бюст та бар. Был монументаль композицияның авторы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ғарипов.